Prokofiy Fjodorovitsj Tjugaev’s biography, net worth, fact, career, awards and life story

Intro científicu rusu (1931–2011)
Was Scientist 
Film director 
From Russia 
Type Film, TV, Stage & Radio 
Science 
Gender male
Birth 6 October 1931, Kuzovatovsky District, Russia
Death 2 March 2011, Salavat, Russia
(aged 79 years)
Star sign Libra
Politics Communist Party of the Soviet Union

Тюгаев Прокофий Фёдорович (6 октябрь 1931 йыл — 2 март 2011 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1977—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһендә генераль директоры. Башҡорт АССР-ының XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1991), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1988). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2010).

Биографияһы

Прокофий Фёдорович Тюгаев 1931 йылдың 6 октябрендә Ульяновск өлкәһенең Кузоватов районы Кузоватово ауылында тыуған.

1951 йылда Сызрань нефть техникумын тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһындағы 18-се нефть химияһы комбинатына эшкә ебәрелә. Бында стажер, оператор, катализатор фабрикаһының объекттарын төҙөү буйынса өлкән оператор, смена начальнигы булып эшләй.

1954 йылдан 1956 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә. Армиянан һуң өлкән оператор вазифаһында Яңы Ишембай нефть эшкәртеү заводында производстволарҙы ебәреүҙә ҡатнаша.

Прокофий Фёдорович Өфө нефть институтының Салауат филиалын «нефть һәм газ технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай. Инженер-технолог квалификацияһын ала.

Артабан пенсияға тиклем П. Ф. Тюгаев «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһендә эшләй: установка начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, карбамид заводы директоры, Салауат нефть эшкәртеү комбинатының баш технологы, баш инженер була. 1977 йылдан 1994 йылға тиклем «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең генераль директоры.

Тюгаев генераль директор булып эшләгән ваҡытта предприятие даими ҙурая — фталь ангидриды һәм пластификаторҙар, этилен әсемәһе, аммиак — АМ-76 етештереү, производствоның икенсе сират бутил спирттары, этилен-пропилен ЭП-300, химия заводында пластификаторҙарҙың яңы етештереүе, ырымбур газ конденсаттарын эшкәртеү буйынса ҡоролмалар һәм нефть эшкәртеү заводында һыу таҙартҡыс һәм реформинг ҡоролмалары—эре тоннажлы етештереүҙәр сафҡа индерелә.

Уның етәкселеге аҫтында продукцияның сифатын күтәреү һәм технологияларҙы яҡшыртыу маҡсатында висбрекинг ҡоролмаларының реконструкциялау, майлы спирттар, ЭЛОУ АВТ-4 ҡоролмаларын етештереү башҡарыла. Таҙартҡыс ҡоролмаларҙың һәм башҡа тәбиғәт һаҡлау объекттарын реконструкциялау буйынса ҙур эштәр үткәрелә.

Ҡулланыла торған химик технологияларҙың һәм эшләп сығарылыусы продукцияның исемлеген киңәйтеү менән бәйле 1980 йылда предприятие «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе тип үҙгәртелә.

Тюгаев етәкләгән предприятие, ҡаланы булдырыусы предприятие булараҡ, 1983 йылдан 1986 йылдарға тиклем яҡынса 50 мең квадрат метр торлаҡ төҙөй. 1983 йылда социаль-мәҙәни көнкүреш объекттарын һәм торлаҡты хужалыҡ ысулы менән төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. «Йәштәр торлаҡ комплексы» хәрәкәте барлыҡҡа килә. Шәхси төҙөлөштәр башлана. Ҡасаба-спутник төрөндәге (Юлдаш, Желанный) күләмле төҙөлөш йәйелдереү планлаштырыла. Ер бүлеп биреү (бартер килешеүе) мәсьәләләре был проектта Прокофий Федоровичтың ҡатнашлығы арҡаһында хәл ителә.

Уның ҡатнашлығында 20-се медик-санитар частә хирургия бүлегенең өҫтәмә корпусы төҙөлә, «Маяҡ» шифахана-профилакторийының реконструкцияһы үткәрелә, Ялтала һәм Красноусолда шифахана корпустары төҙөлә, Нөгөш ҡасабаһында шифахана-профилакторийҙың яңы бинаһы, балалар баҡсаһы һәм «Ағиҙел» турбазаһында ашхана, заманса балалар поликлиникаһы төҙөлә, яңы «Нефтехимик» микрорайоны булдырыла, Салауат музыка колледжы төҙөлә.

Прокофий Фёдорович Тюгаев 70-80 йылдарҙа күп тапҡыр хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат ҡала Советы депутаты итеп һайлана, БАССР Юғары Советының ике саҡырылыш депутаты, КПСС-тың ҡала комитеты бюроһы һәм ҡала комитеты ағзаһы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһына кандидат була.

2010 йылдан Прокофий Фёдорович Тюгаев — Салауат ҡалаһының почётлы гражданы. 2011 йылдың 2 мартында Салауатта вафат була. Мәскәүҙә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрлығының почетлы нефтехимигы» исеме (1985)
  • «БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе» (1991 йыл)
  • «Рәсәй Федерацияһының энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре»
  • «СССР уйлап табыусыһы» билдәһе.

Әҙәбиәт

  • П. Журавлев «Прокофий Фёдорович Тюгаев» изд. Скиф, 2011.
  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. изд. Башкирская энциклопедия. Уфа. 2013.

Һылтанмалар

  • Тюгаев Прокофий Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 22 сентябрь 2019) (Тикшерелгән 22 сентябрь 2019)
  • Человек-эпоха
  • Он умел строго спрашивать и воздавать по заслугам. Слово о Прокофии Тюгаеве

Иҫкәрмәләр

You May Also Like

Kay Panabaker’s net worth, biography, fact, career, awards and life story

Kay Panabaker Net Worth: Kay Panabaker is an American actress and zoologist who has a net worth of $1 million dollars. Born in Orange, Texas, in 1990 as Stephanie Kay Panabaker, Kay Panabaker started acting in local theater. She moved to Los Angeles as a kid to start her screen acting career. Panabaker earned her high school diploma when she was 13 years old, graduating as her class’ valedictorian. She earned her associate’s degree by the time she was 15 and her bachelor’s degree in history from the University of California at Los Angeles before her 18th birthday. She made her feature film debut providing voices for the animated 2001 hit “Monsters, Inc.”. In 2002, Panabaker appeared as Sam in “Dead Heat” and in several TV shows such as “Port Charles”, “ER”, and “7th Heaven”. She landed several small TV parts before appearing as part of the main cast of “Summerland” as Nikki Westerly in 2004. Panabaker had a recurring role on “Phil of the Future” and appeared on six episodes of “CSI: Crime Scene Investigation”. Her other TV credits include “The Brothers Garcia”, “Mom at Sixteen”, “Medium”, “The Suite Life of Zack and Cody”, “Weeds”, “Boston Legal”, “Ghost Whisperer”, “Lie to Me”, “Brothers & Sisters”, “No Ordinary Family”, and “Law & Order: Special Victims Unit”. Panabaker starred as one of the girl detective’s sidekicks in “Nancy Drew” in 2007 and appeared in “A Modern Twain Story: The Prince and the Pauper”, “Fame”, and “Little Birds”.
Read More