Minlegali Hoesainovitsj Nadergoelov’s biography, net worth, fact, career, awards and life story

Intro әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Is Scientist 
From Russia 
Type Science 
Gender male
Birth 7 October 1953, Izhbuldy, Russia
Age: 66 years
Star sign Libra

Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).

Биографияһы

  • Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғолов 1953 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Матрай районы (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Ишбулды ауылында тыуған. Баймаҡ мәктәп-интернатында урта белем ала. 1971—1973 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт итә. Йылайыр район Советы башҡарма комитетының физик культура һәм спорт комитеты рәйесе була.
  • 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
  • 1980 йылдан алып Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты|Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1997 йылдан алып әҙәбиәт бүлеге мөдире.
  • 1981—1990 һәм 2009—2010 йылдарҙа (1987—1989 йылдарҙа етәксе) археографик экспедицияларҙа ҡатнаша.
  • Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында лекциялар уҡый.

Ғилми эшмәкәрлеге

Миңлеғәли Нәҙерғоловтың ғилми тишеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, археографияға, текстологияға, әҙәби тәнҡиткә арналған. Әбделҡадир Инан, Ғәли Соҡорой, Фазыл Туйкин, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғарифулла Кейеков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшереп, баҫмаға әҙерләй. «Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары» («Историко-функциональные жанры башкирской литературы», 2002), «XVI—XX бб. башындағы башҡорт тарихи-әҙәби әҫәрҙәре» («Башкирские историко-литературные сочинения XVI — начала XX века», 2013) китаптарында шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫеше яҡтыртылған. 6 томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһының авторҙашы, башҡорт әҙәбиәте антологияһы һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

  • XVI—XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. Өфө, 2004 й.
  • Краткое описание фонда М.Уметбаева из архива Уфимского научного центра РАН. Уфа,1993.  (рус.)
  • Историко-функциональные жанры башкирской литературы. Уфа, 2002.  (рус.)
  • Башкирские историко-литературные сочинения 16- начала 20 века. Уфа, 2013.  (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
  • Рәсәй Фәндәр Академияһы Президумының Маҡтау грамотаһы.
  • Рәсәй Тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең Маҡтаулы билдәһе.
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Маҡтау грамотаһы.
  • Өфө ҡала мэрияһының Маҡтау грамотаһы.
  • Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелгән 15 май 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелгән 15 май 2019)
You May Also Like

Bess Myerson’s net worth, biography, fact, career, awards and life story

Bess Myerson net worth: Bess Myerson was an American model, actress, politician, and civil rights activist who had a net worth of $3 million. Bess Myerson was born in The Bronx, New York in July 1924 and passed away in December 2014. Myerson was Miss America in 1945 and at the time of her death she was the only Jewish Miss America. Myerson appeared frequently on television in the 1950s and 1960s. She became a regular on the celebrity quiz TV series I’ve Got a Secret from 1959 to 1967. Bess also appeared often on the TV series The Name’s the Same and The Match Game. As an actress she appeared in the 1959 film It Happened to Jane. Myerson co-hosted Candid Camera and appeared on the TV series The Jackie Gleason Show, The Philco-Goodyear Television Playhouse, and Frasier. As a politician she was commission in the New York City government during two administrations and also had an unsuccessful run for U.S. Senate from New York state in 1980. Her career became overshadowed by scandal known as the “Bess Mess” which forced her to resign her position although she was acquitted. Bess Myerson passed away on December 14, 2014 at the age of 90.
Read More