Aibulat Khazhin’s biography, net worth, fact, career, awards and life story

Intro Scientist-teacher, educator, high school teacher
A.K.A. Khazhin Aibulat Vakilovich
Is Scientist 
Educator 
Lecturer 
Civil servant 
From Russia 
Type Academia 
Science 
Politics 
Gender male
Birth 30 September 1973, Ufa, Russia
Age: 46 years
Star sign Libra

Хажин Айбулат Вәкил улы (30 сентябрь 1973 йыл) — ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Биографияһы

Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған.

Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия һөнәре» буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1997—2000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспирантураһында, 2003—2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторантураһында уҡыған.

1996 йылда Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән Арғаяш районыны үҙәге Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

2001—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.

2003—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының декан урынбаҫары.

2008—2009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директор урынбаҫары.

2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры.

2009—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире.

2010—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.

2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе.

2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы

Өҫтәлмә мәғлүмәт

  • Атаһы Хажин Вәкил Исмәғил улы (11.07.1946), педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2006). Сығышы менән Белорет районы Бирҙеғол ауылынан.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

You May Also Like